Хаҡлы ялдағылар өсөн спартакиада уҙғарылды

Ярыштар “Рәсәй спорты” дәүләт программаһына ярашлы ойошторолған. Уларҙа республика райондары һәм ҡалаларынан 14 команда ҡатнашҡан. 

Хаҡлы ялдағылар өсөн спартакиада уҙғарылдыХаҡлы ялдағылар өсөн спартакиада уҙғарылды
Хаҡлы ялдағылар өсөн спартакиада уҙғарылды

3–5 июлдә Мәләүездең яңыртылған спорт һарайында Башҡортостан Республикаһы пенсионерҙары спартакиадаһы үтте, тип хәбәр итә Ишембай районының физкультура, спорт һәм туризм идаралығы.

Ярыштар “Рәсәй спорты” дәүләт программаһына (государственная программа “Спорт России”) ярашлы ойошторолған. Өлкән йәштәгеләр өсөн үткәрелгән сара “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын атҡарыуға ла булышлыҡ итә.

Спартакиадала республика райондары һәм ҡалаларынан 14 команда ҡатнашҡан. Программаға пневматик винтовканан атыу, өҫтәл теннисы, йөҙөү, шахмат, еңел атлетика кросы һәм ГТО нормативтарын тапшырыу индерелгән.

Ишембай районы командаһы ярыштарҙа икенсе урын яулаған. Ул шулай уҡ ГТО буйынса абсолют беренселектә өсөнсө урынға сыҡҡан.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В. В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Белешмә. “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы физик әүҙемлек өсөн шарттар булдырыуға һәм яҡшыртыуға, күмәк спортты популярлаштырыуға һәм рәсәйҙәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Илдә тейешле инфраструктура булдырыла, күмәк саралар үткәрелә, “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (“ГТО”) бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы тормошҡа ашырыла, шулай уҡ балалар күнекмәләре өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Программа РФ Президенты В. В. Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Фото: vk.ru/wall-140739825_140562

Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ, дуҫтар: https://max.ru/gazetabashkortostan

 

 

 

 

Хаҡлы ялдағылар өсөн спартакиада уҙғарылды
Хаҡлы ялдағылар өсөн спартакиада уҙғарылды
Хаҡлы ялдағылар өсөн спартакиада уҙғарылды
Хаҡлы ялдағылар өсөн спартакиада уҙғарылды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас