

Башҡортостанда “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Республикабыҙҙың ауыл биләмәләрендә заманса йәмәғәт киңлектәре барлыҡҡа килә, унда йәшәүселәр спорт менән шөғөлләнә, ғаиләһе менән ял итә ала. Был турала республикабыҙҙың Торлаҡ-коммуналь министрлығы хәбәр итә.
Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү дауам итә. Проект сиктәрендә бында заманса ял урыны барлыҡҡа килә: тротуарҙар эшләнәсәк, хәүефһеҙ балалар майҙансыҡтары булдырыласаҡ, уйын ҡорамалдары ҡуйыласаҡ, яҡтыртыу системаһы яңыртыласаҡ һ.б.
Шүлгән ауылында ла әүҙем ял өсөн биләмә булдырыла. Унда универсаль спорт зонаһы барлыҡҡа килә. Футбол, баскетбол һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә була.
Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереп ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.