Милли проект тирә-яҡты хәстәрләй

Был хаҡта урындағы муниципалитеттан хәбәр иттеләр.

Милли проект тирә-яҡты хәстәрләйМилли проект тирә-яҡты хәстәрләй
Милли проект тирә-яҡты хәстәрләй

Бәләбәй районында, “Экологик именлек” милли проектына ярашлы, урман янғындарын иҫкәртәләр. Был хаҡта урындағы муниципалитеттан хәбәр иттеләр.

Йыл башынан янғынға ҡаршы ике мәғлүмәттәр стендын ҡуйғандар. Улар районда йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы тәбиғәттә хәүефһеҙлек тураһында иҫкәртә, шулай урман һағының ашығыс ярҙам телефондары яҙылған.

Бынан тыш, ике шлагбаум ҡуйылған. Уларҙың берәүһе – Красноречка һәм икенсеһе Өҫән-Ивановка ауыл хакимиәте биләмәһендә. Бынан тыш, янғындарҙан иҫкәртеү эше барышында ике шлагбаум ремонтланған.

“Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны кешеләргә уңайлыраҡ итә. 

Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Сығанаҡ, фото: Бәләбәй районы хакимиәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас