Милли проект тирә-яҡты хәстәрләй

Шишмә районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә...

Милли проект тирә-яҡты хәстәрләйМилли проект тирә-яҡты хәстәрләй
Милли проект тирә-яҡты хәстәрләй

Шишмә ҡасабаһында “Шишмә – дуҫлыҡ шишмәһе” проектын тормошҡа ашыра башланылар. Был, “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы, Х Бөтә Рәсәй уңайлы мөхитте булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Ошо хаҡта Шишмә районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Белгестәр бында эште башлаған да инде. Төп эштәрҙе ағымдағы йылда атҡарасаҡтар. Биләмәлә заманса тротуарҙар, асфальт түшәлгән майҙансыҡтар, видеокүҙәтеү, инженер селтәрҙәре хасил буласаҡ. Шуныһы үҙенсәлекле: бында ҡоро фонтан ҡуясаҡтар. Балалар, үҫмерҙәр һәм дөйөм ял өсөн үҙенсәлекле майҙандар булдырыласаҡ.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) маҡсаты — ауылдарҙы комплекслы үҫтереү. Был - торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Сығанаҡ: Шишмә районы хакимиәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас