

Мәләүез районындағы Хлебодаровка һәм Александровка ауылдарын юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин иттеләр. Был эштәр «Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте һанлы үҙгәртеү» милли проекты (национальный проект «Экономика данных и цифровая трансформация государства») буйынса башҡарылды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.
«Ростелеком» белгестәре 470 ғаиләгә селтәргә секундына 300 мегабит тиҙлектә тоташыу мөмкинлеген бүләк итте. Хәҙер урындағы халыҡ видеоэлемтә һәм башҡа һанлы сервистар менән ҡуллана, интерактив телевидение ҡарай, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр менән файҙалана ала.
“Яратҡан фильмдарҙы һәм телетапшырыуҙарҙы тотҡарлыҡһыҙ ҡарай алыу, тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында туғандар һәм дуҫтар менән видеоэлемтә аша аралашыу мөмкинлеген халыҡ әле үк ҡыуанып билдәләй. Ауылда йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу — республикабыҙҙың теләһә ҡайһы нөктәһендә заманса тормошҡа тағы бер аҙым”, – тип билдәләне Мәләүез районы хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин.
«Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте һанлы үҙгәртеү» милли проекты иҡтисад һәм социаль өлкә тармаҡтарын һанлаштырыуға, шулай уҡ технологик суверенитетҡа һәм лидерлыҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән. Яңы һанлы сервистар Рәсәй халҡының тормошон еңелерәк һәм уңайлыраҡ, ә киберенәйәтселеккә ҡаршы көрәште һөҙөмтәлерәк итә. Уға ярашлы, ИТ-белгестәр әүҙем әҙерләнә, квант технологиялары һәм яһалма зиһен үҫешә.
Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Азамат Абдрафиков.