Милли проекттар
4 Августа , 11:30

Стәрлетамаҡ районында иген таҙартыу комплексы асылды

Объектта заманса таҙартыу һәм киптереү технологиялары индерелгән

Стәрлетамаҡ районында иген таҙартыу комплексы асылдыСтәрлетамаҡ районында иген таҙартыу комплексы асылды
Стәрлетамаҡ районында иген таҙартыу комплексы асылды

Стәрлетамаҡ районында заманса иген таҙартыу комплексы сафҡа индерелде, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә. Бындай объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ итә.

Комплекстың етештереүсәнлеге сменаһына 1000 тоннанан ашыу иген. Объектта заманса таҙартыу һәм киптереү технологиялары индерелгән. Улар игендең туҡлыҡлы үҙенсәлектәрен оҙағыраҡ һаҡларға ярҙам итә. Иң юғары осорҙа комплекс ҡеүәте ваҡ фермер хужалыҡтары өсөн асыласаҡ. Унда Рәсәй етештереүендәге ҡорамалдар ҡуйылған, был хеҙмәтләндереүҙе ябайлаштыра һәм миҙгел осоронда өҙлөкһөҙ эшләүҙе тәьмин итә.

“Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекттың (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) төп маҡсаты – Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын һәм уның технологик бойондороҡһоҙлоғон үҫтереү.

Ошоноң арҡаһында ил бөтә кәрәкле аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителәсәк, шулай уҡ донъя баҙарында позицияларҙы нығытыу өсөн күберәк мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас