

Башҡортостанда “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәгендә пилотһыҙ авиация системалары буйынса йәйге профиль смена ойшторола. Бындай сараларҙы үткәреү “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты бурыстарына тап килә (национальный проект “Беспилотные авиационные системы”). Был турала төбәктең Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы хәбәр итә.
Смена барышында унда ҡатнашыусылар пилотһыҙ осоу аппараттарының ҡоролошо менән танышасаҡ. Пилотлау нигеҙҙәрен үҙләштерәсәк, профессионал симуляторҙарҙа эшләргә өйрәнәсәк, дронға идара итеүҙә үҙҙәренең көстәрен һынаясаҡ.
Программала шулай уҡ дрон-болу буйынса дәрестәр үткәреү ҡаралған. Унда үҫмерҙәр аппаратты осороу, ултыртыу, бейеклегенә, йүнәлешенә идара итеү нескәлектәрен өйрәнә.
Бынан тыш пилотһыҙ осоу технологияһының тарихы тураһында лекциялар ойоштороласаҡ. Балалар шулай уҡ сәнәғәттә, ауыл хужалығында, төҙөлөштә, логистикала һәм башҡа тармаҡта дрондарҙы ҡулланыу перспективаһы тураһында беләсәк.
“Пилотһың авиация системалары” милли проекты ярҙамында граждандар беспилотниктары ла булдырыла һәм файҙаланыла. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Гөлдәр Яҡшығолованыҡы.