Милли проекттар
5 Августа , 02:00

Күп балалы ғаиләләргә - 622 800 һум

Һигеҙ һәм унан күберәк балалы ғаиләләр бер тапҡыр бирелә торған түләү ала ала.

Күп балалы ғаиләләргә - 622 800 һумКүп балалы ғаиләләргә - 622 800 һум
Күп балалы ғаиләләргә - 622 800 һум

Башҡортостанда 23 йәшкә тиклемге һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр 622 800 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала ала. Күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү “Ғаилә” милли проектының (национальный проект “Семья”) өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе, ул ярҙам сараларының асыҡлығын арттырыуға һәм балалы ғаиләләрҙең именлеге өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Был хаҡта Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

2026 йылдың тәүге ярты йыллығында был ярҙам сараһы менән Башҡортостандың 15 ғаиләһе файҙаланған, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 9 миллион 342 мең һум тәшкил иткән. Түләү ғаиләгә бер тапҡыр бирелә: Башҡортостанда өс йылдан кәм булмаған ваҡыт даими йәшәү; күп балалы ғаиләнең раҫланған статусы булыу; 23 йәшкә тиклемге һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләү.

Әгәр ғаиләлә опекаға йәки попечителлеккә алынған балалар булһа, улар ғаиләлә кәмендә өс йыл йәшәргә тейеш.

Ғаризаны Башҡортостандың Халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалында, күп функциялы үҙәктең теләһә ниндәй офисында йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша онлайн бирергә мөмкин. Өҫтәмә мәғлүмәтте берҙәм контакт-үҙәктең бушлай номеры буйынса алырға мөмкин: 8-800-100-00-01.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2025 йылғы указына ярашлы тормошҡа ашырыла. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас