

Стәрлетамаҡта балаларға медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн мобиль диагностикалау үҙәге эшләй башланы.
Был “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы мөмкин булды. Ошо хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Комплекс заманса “ГАЗ Соболь” ватан автомобилендә урынлашҡан. Ул юғары технологиялы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Сығып эшләү хеҙмәтенең төп маҡсаты – йыраҡ төбәктәрҙәге балаларға беренсел медицина-санитария ярҙамынан файҙаланыу сифатын күтәреү. Хәҙер педиатрҙар һәм тар белгестр ҡала эргәһендәге генә түгел, балалар табиптары булмаған йыраҡ тораҡтарға ла сыға.
- Мобиль бригада иҫкәртеү ҡарауҙарын тикшереү, диспансерлаштырыу, шулай уҡ йәшәү урыны буйынса кәңәштәр бирәсәк. Был башланғыс һәр балаға, йәшәү урынына ҡарамаҫтан, тигеҙ сифатлы медицина ярҙамын күрһәтәсәк, - тип белдерҙе Стәрлетамаҡтағы 1се ҡала клиник дауаханаһы баш табибы Илшат Яппаров.
Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!