

Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылында “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодежь и дети”) “ Иң яҡшыһы балаларға” федераль программаһы ярҙамында урындағы урта мәктәпкә ремонт үткәрелә. Был хаҡта район хакимиәтенән хәбәр иттеләр.
Бөгөн күләмле эштәр комплексы тамамланыуға яҡынлаша. Белгестәр уҡыу кластарында сифатлы ремонт үткәргән, эске бүлмәләрҙе яңыртҡан һәм белем алыу өсөн уңайлы, заманса һәм хәүефһеҙ шарттар булдырған. Бөтә эштәр ҙә билдәләнгән графикка ярашлы алып барыла. 1 сентябрҙә балалар яңы уҡыу йылын бөтөнләй икенсе, илһамландырғыс мөхиттә башлау өсөн яңыртылған мәктәпкә ҡайта.
– Һәр бала, ҡала лицейындамы йәки ауыл мәктәбендәме уҡыһа ла, сифатлы һәм уңайлы белем алырға тейеш. Ауыл биләмәләрендә заманса белем биреү мөхитен булдырыу – райондың бөтә уҡыусылары өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыуға табан мөһим аҙым. Был Стәрлебаш районында 2022 йылдан милли проект ярҙамында ремонтланған унынсы мәктәп, — тип билдәләнеләр район хакимиәтендә.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәш таланттарҙы үҫтереүгә шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Уның сиктәрендә мәктәптәр төҙөлә, ремонтлана, педагогтарҙың квалификацияһы күтәрелә, уҡыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: bash.news