Милли проекттар
10 Августа , 01:00

Өфөнөң креатив эшҡыуарҙары һәм дизайнерҙары осрашты

Осрашыу яңы белем генә түгел, үҙ проекттары өсөн илһам да бирҙе, тип билдәләне ҡатнашыусылар.

Өфөнөң креатив эшҡыуарҙары һәм дизайнерҙары осраштыӨфөнөң креатив эшҡыуарҙары һәм дизайнерҙары осрашты
Өфөнөң креатив эшҡыуарҙары һәм дизайнерҙары осрашты

Өфөнөң “Әхмә” арт-галереяһында Өфөнөң креатив эшҡыуарҙары һәм дизайнерҙары осрашты. Сара “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика “) сиктәрендә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ агентлығы һәм республиканың дизайн-берләшмәһе буйынса “Минең бизнесым” үҙәге ярҙамында үтте. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр.

Спикерҙар яһалма зиһен, анимация һәм шәхси брендты үҫтереү өлкәһендәге инсайттар һәм кейстар менән уртаҡлашты:

Paradox Box брендинг компанияһының проекттар етәксеһе һәм Leverage ижади берекмәһенең креатив директоры Әҙилә Миназова дизайн-терапия аша брендтың үҙгәрештәрҙән ҡурҡыуын үҫеш өсөн ресурсҡа әйләндереү тураһында һөйләне.

Башҡортостандың дизайн-берләшмәһенә һәм 3Д СУКРАСИВО студияһына нигеҙ һалыусы Никита Вишкин дөрөҫ һайланған корпоратив бүләктең ҡабаттан һатыу триггерына әйләнеүен күрһәтте.

3d‑һәм моушен-дизайнер Василий Кобелев компьютер графикаһы, фотоһүрәт һәм томография менән тоташҡан уникаль визуаль контент булдырыуҙы күрһәтте.

Осрашыу яңы белем генә түгел, үҙ проекттары өсөн илһам да бирҙе, тип билдәләне ҡатнашыусылар.

Ижади бизнесты башлау йәки үҫтереү өсөн ярҙам кәрәкме? Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы базаһында (“Минең бизнесым” структураһында) “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты буйынса “Минең креатив бизнесым” үҙәге эшләй. Ижади индустрия вәкилдәренә ярҙам саралары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн “Минең бизнесым” үҙәгенең сайтына күсегеҙ (clck.ru/3V2YUd) йәки берҙәм ҡыҙыу линияға шылтыратығыҙ: 8 (347) 224-99-99 (өҫтәмә. 530, 531, 532). Йүнәлеше етәксеһе – Аделя Литягина.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас