Милли проекттар
10 Августа , 08:05

Мәшғүллек өлкәһендәге иң яҡшы белгестәр билдәләнде

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, былтыр Башҡортостан бер юлы өс номинацияла беренсе урын яулап үҙенең юғары кимәлен иҫбатланы ла инде.

Мәшғүллек өлкәһендәге иң яҡшы белгестәр билдәләндеМәшғүллек өлкәһендәге иң яҡшы белгестәр билдәләнде
Мәшғүллек өлкәһендәге иң яҡшы белгестәр билдәләнде

Баш ҡалабыҙҙа “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”)  сиктәрендә тормошҡа ашырылған халыҡ мәшғүллеге өлкәһендә V Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы тамамланды. Сара йомғаҡтары буйынса иң яҡшы белгестәр һәм бүлексәләр билдәләнде. Был хаҡта төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

“Рәсәй эше” “Кадрҙар үҙәгенең иң яҡшы белгесе” номинацияһында еңеүселәр:

“Иң яҡшы карьера консультанты” – Әбдрәхимова Земфира Йәғәфәр ҡыҙы;

“Иң яҡшы кадрҙар консультанты” – Привалова Людмила Александровна;

“Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән эшләү буйынса иң яҡшы белгес” – Байбулатова Гөлнара Рәмил ҡыҙы;

“Йәштәр менән эшләү буйынса иң яҡшы белгес” – Митусова Анна Андреевна.

“Рәсәй эше”нең иң яҡшы кадрҙар үҙәге” номинацияһында Белорет районы буйынса халыҡ мәшғүллеге үҙәге филиалы “1-се кимәлдәге иң яҡшы клиент хеҙмәте” булараҡ еңеү яуланы, ә “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәгенең иң яҡшы тәжрибәһе” номинацияһында “Башҡорт вахтаһы” республика проекты лидер булды.

– Хәҙер уларға федераль этапта республика намыҫын яҡларға тура киләсәк. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, былтыр Башҡортостан бер юлы өс номинацияла беренсе урын яулап үҙенең юғары кимәлен иҫбатланы ла инде, – тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Мәшғүллек өлкәһендәге иң яҡшы белгестәр билдәләнде
Мәшғүллек өлкәһендәге иң яҡшы белгестәр билдәләнде
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас