Милли проекттар
14 Августа , 03:00

“Йәшел ҡалҡан”ыбыҙ һаҡлаулы

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр.

“Йәшел ҡалҡан”ыбыҙ һаҡлаулы“Йәшел ҡалҡан”ыбыҙ һаҡлаулы
“Йәшел ҡалҡан”ыбыҙ һаҡлаулы

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, урман фонды – кешеләрҙең экологик именлеген билдәләүсе стратегик ресурс. Шуға күрә уны һаҡлау - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың шәхси контролендә булған өҫтөнлөклө сәйәсәт йүнәлеше. Уның ошо принципиаль позицияһына ярашлы, 2019 йылдан “Экологик именлек” милли проектында (национальный проект “Экологическое благополучие”) тармаҡты заманлаштырыуҙың комплекслы процесы үткәрелде.

Был ваҡытта республиканың Урман хужалығы министрлығына ҡараған ойошмалар тарафынан 732 берәмек заманса урман хужалығы һәм янғындарҙан һаҡлау өсөн махсус техника һатып алынды. Федераль бюджеттан йәлеп ителгән инвестициялар күләме 418 миллион һумдан ашҡан.

- Бөгөн урман хеҙмәттәренең техник йәһәттән тәьмин ителеше һөҙөмтәлегә әүерелә. Урман янғындарын оператив рәүештә һүндереү туранан-тура ошоға бәйле. Урман янғындары тәүге тәүлектә үк юҡ ителә. Яңы техника агротехника ҡарауын үткәреү күрһәткестәрен күтәрергә булышлыҡ итте. Бынан тыш, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн хеҙмәттең заманса шарттарын булдырыу – өҫтөнлөклө йүнәлеш, - тине Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

 

Сығанаҡ: БР Урман хужалығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас