Милли проекттар
15 Августа , 04:30

“Ветеран 02” ҡушымтаһы яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә

Ҡушымта ярҙамында МХО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары МХО ветерандары ассоциацияһына инә һәм вакансиялар менән таныша ала. Шулай уҡ сервис медицина, психология һәм юридик ярҙам алырға, мөрәжәғәттәр ебәрергә һәм берләшмәнең эске чатында аралашырға мөмкинлек бирә. 

“Ветеран 02” ҡушымтаһы яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә“Ветеран 02” ҡушымтаһы яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә
“Ветеран 02” ҡушымтаһы яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн «Ветеран 02» мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. Сервис «Кадрҙар» милли проекты (национальный проект «Кадры») ярҙамында ғәмәлгә индерелә.

Ҡушымта ярҙамында МХО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары МХО ветерандары ассоциацияһына инә һәм вакансиялар менән таныша ала. Шулай уҡ сервис медицина, психология һәм юридик ярҙам алырға, мөрәжәғәттәр ебәрергә һәм берләшмәнең эске чатында аралашырға мөмкинлек бирә.

«Ғәмәлдә был төрлө хеҙмәттәр алыуҙы уңайлыраҡ итә, бюрократик мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе бер нисә тапҡырға тиҙләтә. Йәмғиәт, эске мессенджер һәм чаттар – ветерандар өсөн аралашыу, иптәшеңдең ярҙамын һәм хәстәрен тойоу, бәйләнеште юғалтмау мөмкинлеге. Беҙ бөтә ил өсөн стандарт ҡуябыҙ. Был тәжрибә федераль һанлы селтәрҙең нигеҙен тәшкил итер, тип ышанабыҙ һәм был беҙҙең эшебеҙҙе таныу, бөтә Рәсәй өсөн алға ҙур аҙым буласаҡ», — тип һөйләне төбәктең МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов.

«Кадрҙар» милли проекты белем биреү учреждениеларының, компанияларҙың һәм дәүләттең координацияланған эшмәкәрлеге ярҙамында белгестәрҙе эш биреүселәр ихтыяжына ярашлы сифатлы һәм оператив әҙерләргә ярҙам итә. 2029 йылға мәшғүллек хеҙмәтенең бөтә селтәрен яңыртыу планлаштырыла – «Рәсәй эше» яңы кадрҙар үҙәктәре асыласаҡ. Уларҙа предприятиеларға адреслы ярҙам күрһәтеләсәк, ә дәғүәселәргә эш табырға, карьера тректарын төҙөргә, һөнәри белемдәрен яңыртырға йәки хеҙмәт баҙарында ихтыяжлы яңы һөнәр алырға ярҙам итәсәк.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

“Башинформ” агентлығы фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас