Милли проекттар
17 Августа , 01:00

Иң мөһиме - иҫкәртеү

Нефтекама дауаханаһының һаулыҡ үҙәге яңы медицина ҡорамалдары менән тулыланды.

Иң мөһиме - иҫкәртеүИң мөһиме - иҫкәртеү
Иң мөһиме - иҫкәртеү

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) сиктәрендә Нефтекама ҡала дауаханаһының һаулыҡ үҙәге ҡандағы глюкоза кимәлен үлсәү өсөн өс заманса автоматик анализатор алды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Яңы ҡорамалдар үҙәк белгестәренә максималь теүәллек һәм һөҙөмтә алыу тиҙлеге менән килеүселәрҙе экспресс-скрининг үткәрергә мөмкинлек бирә. Прибор секунд эсендә капилляр ҡандағы шәкәр кимәлен билдәләргә мөмкинлек бирә, был: диабет менән сирләгән пациенттарҙы асыҡлау, граждандарҙы хәүеф төркөмөнән профилле белгестәргә – эндокринологтарға маршрутлаштырыу, ҡабаттан килеүҙәрҙә һаулыҡ торошон динамик мониторинг үткәреү һәм пациенттарҙы гликемияның үҙ-үҙен контролдә тотоу күнекмәләренә өйрәтеү өсөн кәрәк.

– Һаулыҡ үҙәгенең төп бурысы – эҙемтәләрҙе дауалау түгел, ә сирҙең үҫешен иҫкәртеү. Икенсе типтағы шәкәр диабеты оҙаҡ ваҡыт йәшерен бара. Ошо өс глюкометр ярҙамында беҙ көн һайын тиҫтәләгән ҡала халҡын диспансеризация йәки иҫкәртеү тикшереүҙәре ваҡытында тикшерә аласаҡбыҙ. Бөгөнгө иртә диагностика – ул иртәгә өҙлөгөүһеҙ әүҙем тормош гарантияһы, – тип билдәләй Нефтекама дауаханаһының һаулыҡ үҙәге мөдире вазифаһын башҡарыусы Әлифә Йосопова.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас