

20 августа Башҡортостанда «Фермер мәктәбе» белем биреү проектының көҙгө ағымына ғаризалар ҡабул ителә башлай. Агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләү «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») бурыстарына яуап бирә, тип хәбәр иттеләр төбәктең Ауыл хужалығы министрлығында.
Был юлы программа бер нисә перспективалы йүнәлеште үҙ эсенә ала: йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ етештереү (шул иҫәптән хәләл стандарттары буйынса), йәшелсә продукцияһын һаҡлау һәм эшкәртеү технологиялары. Шулай уҡ ҡатнашыусылар республиканың ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында стажировка үтәсәк.
Уҡыу Башҡортостан дәүләт аграр университетында өс ай дауам итәсәк. Һайлап алыу конкурсын үтеүселәр 289 сәғәтлек «Фермер хужалығының агробизнесы» программаһын үтәсәк, уҡыу аҙағында дипломдар тапшырыласаҡ.
Ғаризаны юғары йәки урта һөнәри белемле крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусылар бирә ала. МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары конкурстан тыш ҡабул ителә ала, әммә уларҙың өлөшө тыңлаусыларҙың дөйөм һанының 50 процентынан артмай.
«Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының төп маҡсаты – Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын һәм уның технологик бойондороҡһоҙлоғон үҫтереү. Ошоноң һөҙөмтәһендә ил бөтә кәрәкле аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителәсәк, шулай уҡ донъя баҙарында позицияларҙы нығытыу өсөн күберәк мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк.
Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.