Милли проекттар
24 Августа , 18:15

Өфөләге Затон күперен ҡасан ремонтлаясаҡтары билдәле

“Йәмәғәт киңлектәре сәғәте”ндә төҙөкләндереү мәсьәләләре тикшерелде

Өфөләге Затон күперен ҡасан ремонтлаясаҡтары билдәлеӨфөләге Затон күперен ҡасан ремонтлаясаҡтары билдәле
Өфөләге Затон күперен ҡасан ремонтлаясаҡтары билдәле

24 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Йәмәғәт киңлектәре сәғәте”н үткәрҙе. Унда, атап әйткәндә, 2027 йылда йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса пландар тикшерелде.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, киләһе йылда бөтәһе 152 майҙанды, шул иҫәптән “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса халыҡ һайлаған 147 майҙанды тәртипкә килтерергә планлаштыралар.

Төҙөкләндереү объекттары иҫәбендә – Өфөлә Салауат Юлаев исемендәге майҙан, Стәрлетамаҡта Ленин проспектындағы аллея, Октябрьскийҙа Юрий Гагарин исемендәге һәм “Нефтсе” парктары.

Министр шулай уҡ, быйыл уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булған йәмәғәт киңлектәрен проектлау башланды, тип хәбәр итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурсҡа 10 августа йомғаҡ яһалды. Төбәктең биш тораҡ пункты – Стәрлетамаҡ, Туймазы, Благовещен, Яңауыл ҡалалары, шулай уҡ Салауат районының Малаяҙ ауылы федераль ярҙам аласаҡ. Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын үҫтереү институты ҡатнашлығында әҙерләнгән йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу проекттарын 2027 – 2028 йылдарҙа тормошҡа ашырырға планлаштыралар.

Бынан тыш, кәңәшмәлә Өфөләге Затон күперен капиталь ремонтлау буйынса күләмле инфраструктура проектын тормошҡа ашырыу механизмы ҡаралды. Ҡоролманы яңыртыу буйынса эштәр 2027 – 2028 йылдарҙа башҡарыласаҡ тип күҙаллана. Был М-5 федераль трассаһынан көнсығыш сығыу юлы һәм ҡаланың урам селтәре аша Өфө аръяғына тиклем һәм артабан яңы тиҙ йөрөшлө М-12 трассаһына тиклем транспорт коридорын булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

Фото: БР Башлығының рәсми сайтынан.     

Өфөләге Затон күперен ҡасан ремонтлаясаҡтары билдәле
Өфөләге Затон күперен ҡасан ремонтлаясаҡтары билдәле
Өфөләге Затон күперен ҡасан ремонтлаясаҡтары билдәле
Өфөләге Затон күперен ҡасан ремонтлаясаҡтары билдәле
Өфөләге Затон күперен ҡасан ремонтлаясаҡтары билдәле
Өфөләге Затон күперен ҡасан ремонтлаясаҡтары билдәле
Өфөләге Затон күперен ҡасан ремонтлаясаҡтары билдәле
Өфөләге Затон күперен ҡасан ремонтлаясаҡтары билдәле
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас