Милли проекттар
27 Августа , 03:30

“Азимут” йәмғиәте етештереү күләмен 15 процентҡа арттырған

Өфө районындағы лак -буяу заводы юлдарҙы билдәләү өсөн буяу етештереүгә арналған пилот майҙансығында бер хеҙмәткәргә продукция етештереүҙе 6 процентҡа арттырҙы һәм процесты башҡарыу ваҡытын 32 процентҡа ҡыҫҡартты.

“Азимут” йәмғиәте етештереү күләмен 15 процентҡа арттырған“Азимут” йәмғиәте етештереү күләмен 15 процентҡа арттырған
“Азимут” йәмғиәте етештереү күләмен 15 процентҡа арттырған

Өфө районындағы лак-буяу заводы юлдарҙы билдәләү өсөн буяу етештереүгә арналған пилот майҙансығында бер хеҙмәткәргә продукция етештереүҙе 6 процентҡа арттырҙы һәм процесты башҡарыу ваҡытын 32 процентҡа ҡыҫҡартты. Был –“ ПК.Азимут”тың “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектында ҡатнашыуының тәүге һөҙөмтәләре — “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проектының бер өлөшө.

Төбәк компетенциялар үҙәге (ТКҮ) белгестәре менән берлектә һаҡсыл етештереү ҡоралдарын тормошҡа ашырыу ҡиммәттәр ағымын тәрән анализлау, тарлыҡтарҙы асыҡлау һәм системалы камиллаштырыу планын төҙөү мөмкинлеген бирҙе.

— Беҙҙең өсөн предприятиела оҙайлы системалы үҙгәрештәргә нигеҙ һалыу принципиаль әһәмиәткә эйә. Тап шуның өсөн проект сиктәрендә компания хеҙмәткәрҙәре һаҡсыл етештереүҙең төп программалары буйынса уҡыу үтте, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары һәм иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Берлектәге тырышлыҡ юл буяуын етештереүҙә эксплуатация процестарын оптималләштереү мөмкинлеген биргән. Тултырыу һәм ҡаплау бүлегендә эксплуатация стандарттарын һәм ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндереүҙең схемаларын тормошҡа ашырыу юлы менән етештереү циклы ваҡыты ҡыҫҡартылған; шулай уҡ яңы төр поддонға күсеү эшләнгән. Был продукцияны ҡаплау өсөн поддондарҙы эҙләү һәм урынлаштырыуҙа юғалтылған ваҡытты бөтөрөргә һәм етештереү ваҡытын бушатырға мөмкинлек бирә, шуның менән бер кешегә продукция етештереүҙе арттырған.

Шуныһы мөһим: предприятие алған тәжрибәне ҡуллана. Компания етәкселеге ойошманың бөтә этаптарында һәм кимәлдәрендә һаҡсыл етештереүҙе комплекслы тормошҡа ашырыу маҡсаттарын ҡуя.

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” проекты (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика”) бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, уның өсөн сәнәғәт, техно- һәм бизнес парктары инфраструктураһын киңәйтәсәк.

Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин указына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас