

Башҡортостан быйыл ҡымыҙ һәм ҡымыҙ эсемлектәрен экспортҡа оҙатыуҙы ике тапҡырға арттырҙы. Сит илдәргә оҙатылыусы агросәнәғәт продукцияһы күләмен арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (нацпроект «Международная кооперация и экспорт») тормошҡа ашырыуға ярҙам итә.
Йыл башынан республиканан 189 тонналыҡ 15 партия продукция оҙатылды. Былтыр ошо осорға ул 97 тонна тәшкил иткәйне. 19,9 тонналыҡ һуңғы партия Үзбәкстанға оҙатылған. Һайлап алынған өлгөләр лаборатор тикшеренеүҙәрҙе уңышлы үткән.
Башҡортостанда йыл һайын яҡынса 3,5 мең тонна ҡымыҙ етештерелә. Әле республикала йөҙгә яҡын махсуслаштырылған ферма эшләй.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (нацпроект «Международная кооперация и экспорт») милли проекты Ватан компанияларына ярҙамдың туранан-тура системаһын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ дуҫтарса мөнәсәбәт йәшәгән баҙарҙарға йүнәлеш алыу өсөн инструменттар булдырыуҙы күҙаллай. Милли проекттың төп бурыстары – һөҙөмтәле механизмдарҙы оптималләштереү һәм импортер илдәрҙә Рәсәй бизнесы ихтыяжына яуап биргән инфраструктураны формалаштырыу буйынса эште көсәйтеү. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Олег Яровиков фотоһы.