

Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр өсөн диспансерлаштырыу айлығы барышында 15 563 кеше тикшереү үткән. Был сара“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) сиктәрендә үткәрелә, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Үткәрелгән саралар йомғаҡтары буйынса тәүге тапҡыр 3 422 сир асыҡлана, 3 165 кеше диспансер күҙәтеүе аҫтына алына, тағы 602 кеше һаулыҡты һаҡлау һәм нығытыу буйынса өҫтәмә тәҡдимдәр алыу өсөн һаулыҡ үҙәктәренә ебәрелә.
65 йәштән өлкәндәр өсөн даими һаулыҡ тикшереү айырыуса мөһим, сөнки олоғайған һайын хроник ауырыуҙар барлыҡҡа килеү хәүефе арта.
– 65 йәштән өлкәндәр өсөн диспансеризация программаһы киңәйтелгән һәм йәш хәүефен баһалауҙы, хроник ауырыуҙарҙы асыҡлауҙы, ҡартлыҡ астенияһы хәүефен, хәтер боҙолоуын һәм физик әүҙемлектең кәмеүен баһалауҙы үҙ эсенә ала.
Был тикшереүҙәр ауырыуҙарҙы һәм хәүеф факторҙарын ваҡытында асыҡларға, кәрәк булғанда йәшәү рәүешен төҙәтергә һәм дауалау тәғәйенләргә мөмкинлек бирә, – тине Республика йәмәғәт һаулығы һәм медицина профилактикаһы үҙәгенең баш табибы Алиса Мамаева.
Оло йәштәгеләрҙе диспансерлаштырыу айлығы тамамланған, ләкин беркетелгән урын буйынса поликлиникала иҫкәртеү тикшереүҙәре үтергә мөмкин. Бынан тыш, поликлиникаларҙа аҙна һайын шишәмбе көндәре 8:00 сәғәттән 10:00 сәғәткә тиклем оло йәштәгеләр өсөн “Көмөш йәш сәғәте” эшләй.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.