Милли проекттар
8 Сентября , 05:30

Өфөлә скверҙы төҙөкләндереү тамамлана

Сквер күҙ алдында үҙгәрә, заманса һәм уңайлы йәмәғәт киңлегенә әйләнә бара. Яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр ҙә ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләй. 

Өфөлә скверҙы төҙөкләндереү тамамланаӨфөлә скверҙы төҙөкләндереү тамамлана
Өфөлә скверҙы төҙөкләндереү тамамлана

Өфөнөң Октябрь районында Рихард Зорге исемендәге скверҙы комплекслы төҙөкләндереү дауам итә. Эштәр «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының (национальный проект «Инфраструктура для жизни») «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проектына ярашлы алып барыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Төҙөкләндереү проектын ғәмәлгә ашырыу барышында скверҙа йәйәүлеләр өсөн юлдар яңыртыла, балалар һәм спорт майҙансыҡтары йыһазландырыла, яҡтыртыу һәм һыуҙы ағыҙыу системаһы яңыртыла. Әлеге ваҡытта подряд ойошмаһы бәләкәй архитектура формаларын ҡуйыуға тотондо.

Сквер күҙ алдында үҙгәрә, заманса һәм уңайлы йәмәғәт киңлегенә әйләнә бара. Яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр ҙә ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләй.

– Йыл һайын тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашыуығыҙ һәм төҙөкләндереү өсөн объекттар һайлауығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт белдерәм. Тап һеҙҙең ярҙамығыҙ арҡаһында дөйөм йортобоҙҙо үҙгәртәбеҙ, – тип билдәләне Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов.

Фото: Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас