

Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында “Башҡортостандың ауыл хужалығында һанлы технологиялар үҙәге” урта һөнәри белем биреү кластеры асылды, тип хәбәр иттеләр төбәктең Мәғариф министрлығынан. Үҙәк “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодежь и дети”) “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы Башҡорт аграр-технологик колледжында эшләй башланы.
Хәҙер яңыртылған оҫтаханаларҙа төрлө һөнәрҙәр буйынса талап ителгән һәм технологик йүнәлештәрҙе үҙләштерергә мөмкин. Исемлеккә “Программа тәьминәтен эшләү һәм идара итеү”, “Пилотһыҙ авиация системаларын эксплуатациялау”, “Ветеринария”, “Ауыл хужалығы машиналарын һәм ҡорамалдарын эксплуатациялау һәм ремонтлау” һәм башҡалар инә.
Кластерҙағы эшкә колледждың штатлы уҡытыусылары һәм производствоға өйрәтеү оҫталары ғына түгел, ә партнер ойошмаларҙан эксперттар ҙа ҡушыла. Улар араһында Башҡортостан Республикаһының Евразия ғилми үҙәге, Башҡорт аграр университеты, шулай уҡ иретеп йәбештереү буйынса компетенция үҙәге белгестәре бар.
Уҡыусылар партнер предприятиеларҙа ҡулланылған техникала эшләйәсәк. Был сығарылыш уҡыусыларының яраҡлашыу осорон күпкә ҡыҫҡарта һәм уларҙың хеҙмәт баҙарында конкурентлыҡ һәләтен арттыра. Бынан тыш, уҡыусылар өсөн эш биреүсе-партнерҙар майҙансыҡтарында түләүле производство практикаһы ҡаралған.
“Профессионалитет” федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында республикала 27 колледж яңыртылған да инде. 2027 йылға тағы ла 8 планлаштырылған.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙҙәрен күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы методикаларын һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ Донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм “Приоритет 2030” программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.