

Саҡмағош районының Йомаш ауылында яңыртылған мәктәп асылды, тип хәбәр итә район хакимиәте. Эш "Йәштәр һәм балалар" милли проекты (национальный проект "Молодежь и дети") ярҙамында башҡарылған.
Ҡыйыҡтың бер өлөшө ремонтланған, коридорҙың иҙәне алмаштырылған, аҫылмалы түшәмдәр, яңы яҡтыртҡыстар ҡуйылған, стеналарҙың буяуы яңыртылған. Бынан тыш, мәктәптең янғын хәүефһеҙлеге системаһы тулыһынса алмаштырылған. Кабинеттарға эргономик йыһаз алынған, ә дәрестән тыш шөғөлләнеү өсөн шахмат зонаһы, аҡбур менән һүрәт төшөрөү өсөн урын һәм ял бүлмәләре йыһазландырылған. Мәктәптә шулай уҡ Балалар башланғыстары уҙәге барлыҡҡа килгән, хәҙер уҡыусыларҙың проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы майҙансыҡ бар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Фото: Йомаш ауыл биләмәһенең социаль селтәрҙәге төркөмөнән.