

“Йәштәр һәм балалар” милли проекты маҡсаттарына ярашлы Өфөнөң 62-се лицейында профилле медицина класы асылды. Был хаҡта Башҡорт дәүләт медицина университетында хәбәр иттеләр. Медицина класында химия-биология профилендәге X класта 25 уҡыусы белем аласаҡ.
Улар өсөн дәрестәр Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыларының методик етәкселеге аҫтында дистанцион форматта ойошторола. Улар химия, биология, физика һәм генетика буйынса тәрән белем ала аласаҡ. Шулай уҡ көндөҙгө форматта уҡыусыларҙы ғилми лабораториялар, симуляция үҙәге, уҡыу корпустары, анатомия һәм гистология кафедралары музейҙары менән таныштыралар. Бынан тыш, улар өсөн юғары уҡыу йорто остаздары етәкселегендә профилле оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк.
– Һуңғы технология буйынса йыһазландырылған медицина класын асыу - алға ҙур аҙым. Ул иртә һөнәри йүнәлеш алыу өсөн кәрәкле бөтә нәмәгә эйә. Тормош һәм һаулыҡ тураһындағы фәндәр өлкәһендәге белемдәр, хатта улар үҙ яҙмышын дауалау практикаһы менән туранан-тура бәйләмәһә лә, киләсәктә балаларға файҙалы буласаҡ, – тине Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодёжь и дети”) таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙҙәрен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән.
Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы методикаларын һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм “Приоритет 2030” программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото сығанағы: Өфө ҡала хакимиәте.