Милли проекттар
9 Сентября , 03:00

Ҡырмыҫҡалы районында яңы кемпинг асыласаҡ

Комплексты эшләтеп ебәреү өсөн һыу менән тәьмин итеү буйынса эштәрҙе тамамлау һәм базаның сайтын булдырыу ҡала.

Ҡырмыҫҡалы районында яңы кемпинг асыласаҡҠырмыҫҡалы районында яңы кемпинг асыласаҡ
Ҡырмыҫҡалы районында яңы кемпинг асыласаҡ

Ҡырмыҫҡалы районында “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проектын (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) тормошҡа ашырыу барышында “Ике йылға” кемпингы барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта район хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Башланғысты тормошҡа ашырыуға грантты эшҡыуар Павел Залипаев кемпинг-урынлаштырыу объекттарын төҙөүҙе финанслауға республика конкурсы һөҙөмтәләре буйынса алған. Был аҡсаға эшҡыуар төҙөлөп ятҡан ял базаһы биләмәһендә этностилдә дүрт тирмә төҙөй. Шулай уҡ ул саптар, квадроциклдар һатып алырға һәм палаткалар ҡаласығы өсөн урын булдырырға планлаштыра.

Комплексты эшләтеп ебәреү өсөн һыу менән тәьмин итеү буйынса эштәрҙе тамамлау һәм базаның сайтын булдырыу ҡала. Быларҙың барыһын да ағымдағы йылдың сентябрь аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар.

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә һәм Рәсәй һәм сит илдәр буйлап сәйәхәттәрҙе алға ебәрергә ярҙам итә. Туристар сифатлы хеҙмәт һәм яҡшы тәьҫораттар, ә бизнес дәүләт ярҙамы ала. Былар барыһы ла сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас