

Башҡортостанда “Кибердром” проектында ҡатнашыуға әҙерлек буйынса эшсе төркөм ойошторолдо. Был – пилотһыҙ авиация һәм роботлаштырылған системалар өлкәһендәге оҫталыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән ярыш. Ул “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проектына (национальный проект “Беспилотные авиационные системы”) ярашлы үткәрелә һәм мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы, йәш белгестәрҙе һәм сәнәғәт предприятиелары вәкилдәрен берләштерә. Яңылыҡты республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы хәбәр итә.
“Кибердром”дың маҡсаты – йәштәрҙә сәнәғәтте үҫтереүгә инновацион ҡараш һәм иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында пилотһыҙ һәм роботлаштырылған технологияларҙы ҡулланыуҙы формалаштырыу.
Һигеҙ йыл эсендә 65 меңдән ашыу кеше “Кибердром” платформаһында теркәлгән һәм проектта ҡатнашҡан. Өс меңдән артыҡ ҡатнашыусы пилотһыҙ авиация системалары операторы һөнәрен үҙләштергән, меңдән ашыу кеше сәнәғәт предприятиеларына эшкә урынлаштырылған.
Башҡортостан өсөн “Кибердром”да ҡатнашыу – йәштәрҙә инженерлыҡ һәләттәрен үҫтереү һәм әүҙем үҫешкән пилотһыҙ авиация системалары тармағы өсөн кадрҙар формалаштырыу мөмкинлеге.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Фото: bash.news