

Санавиация сирлене республиканың теләһә ҡайһы мөйөшөнән алып, махсус ярҙам күрһәтелгән дауаханаға ашығыс алып бара ала. Быйыл иһә бөгөнгө көнгә ҡарата 46 бала, 16 ауырлы ҡатын һәм 54 өлкән кеше эвакуацияланған.
Һауа транспорты ваҡытты бик ҡыҫҡарта, был йәрәхәттәр, инфаркт, инсульт һәм ғүмергә хәүеф янаған осраҡтарҙа бик мөһим.
Эвакуация үҙәге һәм ашығыс консультатив медицина ярҙамы бүлеге мөдире Вадим Ғәлиәхмәтов билдәләүенсә, һәр осош — ҙур яуаплылыҡ.
— Айырыуса һүҙ балалар йәки ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар тураһында барғанда. Һандар артында — меңәрләгән ҡотҡарылған ғүмерҙәр. Иң мөһиме, быларҙың барыһы ла "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла, - ти ул
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.