

Йәш таланттарҙы хуплау “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодёжь и дети”) буйынса тормошҡа ашырыла.
“L2. Python-да программалау, интернет әйберҙәр һәм машина күреү нигеҙҙәре” һәм «Сәнәғәт робот техникаһы» программаларына 12–15 йәшлек үҫмерҙәр ҡушылды. Уҡыу 3 сентябрҙә башланды. Бер йыл дауамында ҡатнашыусылар программалау һәм электрон системалар эшен өйрәнәсәк, Python-да скрипттар яҙырға, шулай уҡ IoT-ҡоролмаларҙы тоташтырырға һәм ҡулланырға өйрәнәсәк. Бынан тыш, улар үҙ проекттарын — өй күҙәтеү системаларынан алып аныҡ ваҡытта мәғлүмәттәр менән эшләгән “аҡыллы” ҡоромалдарға тиклем — булдырыу өҫтөндә эшләйәсәк.
“Үткән йылда уҡыған ҡатнашыусылар өсөн алға барыу һәм киләһе кимәлгә күсеү, белем һәм күнекмәләрен тәрәнәйтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Ә яңы балалар өсөн „Сәнәғәт робот техникаһы“ йүнәлеше асылды, уның сиктәрендә улар датчиктар менән эшләй һәм ысын сәнәғәт процестарын моделләй аласаҡ. Был проекттың мөмкинлектәрен киңәйтә, шулай уҡ ҡатнашыусыларға хәҙерге сәнәғәт талап иткән көнүҙәк компетенциялар алырға мөмкинлек бирә”, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Наталья Никитина.
Бушлай уҡыуға инеү өсөн яҙын һәм йәйен балалар төрлө технологик йүнәлештәр буйынса интенсивтарҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Имтихандар йомғаҡтары буйынса иң яҡшылар «Мәктәп 21. Старт» программаларына ҡабул ителде.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодёжь и дети”) йәш кешеләрҙең таланттарын үҫтереү һәм үҙ-үҙен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проекттың үҙәгендә — мәктәптәрҙе төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу, уҡытыуҙың яңы методикаларын булдырыу һәм уҡыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм «Өҫтөнлөк 2030» программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарын хуплауҙы күҙ уңында тота.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: БР Мәғариф министрлығы.