Милли проекттар
13 Сентября , 04:00

Дауахана яңы ҡорамал алды

Был ғәмәл шештәрҙе, полиптарҙы һәм онкологик процестарҙы иртә стадияла асыҡлау өсөн ҡулланыла.

Дауахана яңы ҡорамал алдыДауахана яңы ҡорамал алды
Дауахана яңы ҡорамал алды

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһына эндоскопик визуалләштереүҙең яңы системаһы алынды.

Ҡорамал колоноскопия кабинетына урынлаштырылған. Бәләкәй генә камералы колоноскоптың һығылмалы торбалары йыуан эсәктең торошон эстән ентекле ҡарарға ярҙам итә. Был ғәмәл шешенеү осраҡтарын, полиптарҙы һәм онкологик процестарҙы иртә стадияла асыҡлау өсөн ҡулланыла.

Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк.

Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

 

 Фото: “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы сайтынан.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас