

Башҡортостанда Кропачево – Мәсәғүт – Әчит автомобиль юлы участкаһы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект ”Инфраструктура для жизни”) буйынса ремонтланасаҡ. Был хаҡта төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.
Һүҙ республиканың Салауат районында урынлашҡан объект хаҡында бара. Был участканың оҙонлоғо 7,7 километр.Белгестәр юл нигеҙен нығытҡан һәм яңы япманың аҫҡы ҡатламын һала башлаған. Бынан һуң подрядсы асфальт-бетондың тағы бер ҡатламын һаласаҡ, юл ситтәрен нығытасаҡ һәм тамғалар һыҙасаҡ. Бөтә эштәрҙе 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.
– Кропачево – Мәсәғүт – Әчит юлы Салауат районы һәм республиканың төньяҡ-көнсығышы халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул Башҡортостандың Силәбе һәм Свердловск өлкәләре менән транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Көн һайын бында 3,5 меңдән ашыу автомобиль йөрөй, — тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — ҡала һәм ауылдарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.