Милли проекттар
14 Сентября , 12:50

Яңы мөмкинлектәр яңы офоҡтар аса

Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә...

Яңы мөмкинлектәр яңы офоҡтар асаЯңы мөмкинлектәр яңы офоҡтар аса
Яңы мөмкинлектәр яңы офоҡтар аса

“Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Нефтекама балалар сәнғәт мәктәбенә яңы музыка ҡоралдары килтерелде. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығынан хәбәр иттеләр.

Музыкаль ойошмаға рояль һәм өс фортепиано килтерелгән. Уларҙы 1 сентябрҙә презентациялағандар. Ошо уҡ көндө мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары байрам концертында сығыш яһаған.

-Яңы музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡыу әсбаптары балаларҙа башҡарыу оҫталығына ынтылыш тыуҙырасаҡ һәм музыкаль белем биреү сифатын арттырасаҡ, - тип белдерҙе Нефтекама балалар сәнғәте мәктәбе директоры урынбаҫары Галина Кудряшова.

“Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Сығанаҡ, фото: Нефтекама ҡала хакимиәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас