Милли проекттар
15 Сентября , 03:30

Экспортҡа сығарыу күләме артҡан

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Экспортҡа сығарыу күләме артҡанЭкспортҡа сығарыу күләме артҡан
Экспортҡа сығарыу күләме артҡан

Быйыл ғинуар-августа Башҡортостан 350 мең тонна тирәһе аграр сәнәғәт комплексы  продукцияһын экспортҡа сығарған. Шулай итеп, 1 сентябргә продукция ташыу күләме, үткән йыл менән сағыштырғанда, 13 процентҡа артҡан. 2025 йылда күрһәткес 310 мең тәшкил иткән. Ауыл хужалығы аҙыҡ-түлектәрен сит илгә сығарыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”)  ярашлы тормошҡа ашырыла.

Аҡсалата күрһәткес 11 процентҡа тиерлек артҡан. Һигеҙ айҙа етештереүселәр 207 миллион долларлыҡ продукцияны һатыуға сығарған. Былтыр был сумма 188 миллион доллары тәшкил иткән.

Бигерәк тә Һиндостан, Ҡаҙағстан, Азербайжан, Үзбәкстан, Ҡытай һәм башҡа илдәргә күберәк күләмдә продукция сығарылған.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (нацпроект «Международная кооперация и экспорт») милли проекты илдең сеймалға ҡарамаған экспортын арттырыуға һәм производство кооперацияһын сит ил партнерҙары менән берлектә үҫтереүгә йүнәлтелгән.  2030 йылға сеймалға, энергетикаға ҡарамаған тауарҙарҙың экспорт күләмен 2023 йылғы күрһәткес менән сағыштырғанда кәм тигәндә өстән ике өлөшкө арттырыуҙы тәьмин итергә кәрәк. 

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ, фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас