Милли проекттар
16 Сентября , 03:30

Ҡорамал когнитив тайпылыштарҙы асыҡлаясаҡ

Яңы прибор  неврологтарға һәм диагностарға нервы системаһындағы иң ҡатмарлы тайпылыштарҙы тиҙ асыҡларға  һәм ваҡытында дауалай башларға ярҙам итәсәк.

Ҡорамал когнитив тайпылыштарҙы асыҡлаясаҡҠорамал когнитив тайпылыштарҙы асыҡлаясаҡ
Ҡорамал когнитив тайпылыштарҙы асыҡлаясаҡ

 Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се ҡала клиник дауаханаһына “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы яңы электроэнцефалограф алынды.

Аппарат үҙәк һәм периферия нервы системалары торошон тикшерергә, баш мейеһендәге когнитив үҙгәрештәрҙе асыҡларға һәм нервы-мускул торошон баһаларға булышасаҡ.

“Яңы прибор беҙҙең неврологтарға һәм диагностарға нервы системаһындағы иң ҡатмарлы тайпылыштарҙы тиҙ асыҡларға  һәм дауалай башларға ярҙам итәсәк, ауыр өҙлөгөүҙәргә юл ҡуйылмаясаҡ”, – тип белдерҙе дауахананың баш табибы Илшат Яппаров.

Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас