

Балтас районында Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе юлының 5,2 километрлыҡ участкаһын ремонтлау тамамланды. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы Иҫке Балтас һәм Иҫке Илек ауылдары араһында башҡарылды, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығында.
Подрядсы иҫке япманы ҡырып ала, яңы асфальт-бетондың ике ҡатламын һала, юл ситтәрен нығыта һәм юл тамғаларын һыҙа.
"Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлы 58 меңдән ашыу кеше йәшәгән Балтас, Борай һәм Тәтешле райондарын тоташтыра. Ул шулай уҡ Башҡортостан менән Пермь крайы араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Көн һайын был юлдан өс меңдән ашыу автомобиль үтә, шуға күрә уны эҙмә-эҙлекле рәүештә норматив хәлгә килтереү мөһим. Тамамланған ремонт халыҡ өсөн юл йөрөүҙе хәүефһеҙерәк һәм уңайлыраҡ итергә мөмкинлек бирәсәк", – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
2026 йылда Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса дөйөм оҙонлоғо 200 километр самаһы юлды һәм 1800 погон метрлыҡ 13 күперҙе норматив хәлгә килтереү күҙаллана. Был милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.