

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се ҡала клиник дауаханаһына ҡан ағышының ультратауыш анализаторы алынды.
Аппарат ҡандың геодинамик характеристикаһын билдәләү юлы менән ҡан тамырҙарында патологик үҙгәрештәрҙе иртә диагностикалауҙа файҙаланыу өсөн тәғәйенләнгән. Ҡорамал неврологияла, нейрохирургияла, травматологияла, тамырҙар хирургияһында, кардиологияла һәм башҡа өлкәләрҙә ҡулланыла.
“Иң мөһиме, милли проекттар кешеләргә үҙ ҡалаһында ярҙам алырға мөмкинлек бирә. Медицина ойошмаһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылғанда диагноз ҡуйыу процесы еңелләшә һәм дауалау һөҙөмтәһен тиҙерәк күрәбеҙ”, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Илшат Яппаров.
"Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.