Милли проекттар
18 Сентябрь , 04:00

Эшҡыуар ярҙам алды

Льготалы займ Башҡортостан эшҡыуарына агробизнесты киңәйтергә мөмкинлек бирҙе.

Эшҡыуар ярҙам алдыЭшҡыуар ярҙам алды
Эшҡыуар ярҙам алды

Октябрьский ҡалаһында мал аҙығы етештереү һәм уны төрөү менән шөғөлләнгән эшҡыуар Ольга Әхмәтгәрәева Башҡорт микрокредитлау компанияһынан һигеҙ проценты льготалы ставка менән өс миллион һум алды. Ярҙам "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проектына (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярашлы күрһәтелде, тип хәбәр итте республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

Алынған аҡса эшҡыуарға тәьмин итеүселәрҙән сеймал, әҙер продукция өсөн келәт һатып алырға һәм ремонтларға, мал аҙығы сығарыу һәм уны төрөү буйынса етештереү линияһын киңәйтергә мөмкинлек бирҙе.

— Льготалы шарттарҙа займ аҡсаһын биреү — бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты хуплау буйынса дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлештәренең береһе. Микрокредитлау эшҡыуарҙарға ағымдағы финанс бурыстарын хәл итергә генә түгел, ә бизнесты үҫтереүгә лә аҡса һалырға ярҙам итә, — тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Ольга Әхмәтгәрәеваның проекты тарихы баҙар ихтыяжынан башланған: хужалыҡтарға 50 килограмдан кәмерәк төргәктәрҙә шәкәр ҡомо кәрәк булған, ә төбәк заводтары бындай төргәк күләмен тәьмин итә алмаған. Һуңынан оҡшаш клиент ихтыяждары буйынса урындағы фермерҙар үҫтергән бойҙай, арпа, һоло һәм кукуруз орлоҡтарын төрөү линиялары эшләтеп ебәрелгән.

Бөгөн уның предприятиеһы эшмәкәрлеге ябай төргәкләү менән генә сикләнмәй. Эшҡыуар махсус ҡорамал һатып алған, был заказсыларҙың шәхси рецептары буйынса тулы ҡиммәтле ҡатнаш мал аҙығы етештереүгә күсергә мөмкинлек бирә. Бындай алым продуктив мал һәм ҡош хужаларына тап уларҙың ихтыяждарына ярашлы мал аҙығы алырға мөмкинлек бирә.

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының маҡсаты – иҡтисадты, финанс баҙарын үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм башҡалар. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Илмир Ҡотлогилдин 
Читайте нас