

Башҡортостанда 2027 йылда, “Ғаилә” милли проектына ярашлы, дүрт моделле китапхана төҙөләсәк.
Белгестәр учреждениеларҙы модель стандарты буйынса Өфө ҡалаһында, Борай, Йылайыр һәм Илеш райондарында яңыртасаҡ. Китап фонды, йыһаздар, ҡорамалдар яңыртыласаҡ, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ. Шулай уҡ уҡыусылар Милли электрон китапхана ресурстарынан файҙаланыу мөмкинлегенә эйә. Хеҙмәткәрҙәр квалификация камиллаштырыу программалары буйынса уҡыясаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Һүрәттә: Асҡындағы моделле китапхана.
Резеда Шәңгәрәева фотоһы.