

Йәмәғәтселек вәкилдәре Ғафури районында Архангел – Красноусол маршруты буйынса юлдарҙы ремонтлау барышын тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр төбәктең Транспорт һәм юл объекттары министрлығынан. Эш "Тормош өсөн инфраструктура" (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) милли проекты бурыстарына ярашлы алып барыла.
Яҡты Күл һәм Баҡраҡ биҫтәләре араһындағы 5,6 километр оҙонлоҡтағы участкала юл бригадалары асфальт-бетон япма түшәй, ситтәрен нығыта. Артабан юл билдәләре ҡуйыу планлаштырыла.
Йәмәғәтселек вәкилдәре проект-норматив документацияның һәм асфальт-бетон түшәү процесының үтәлешен тикшерҙе, юл япмаһы торошоноң етешһеҙлектәрен баһаланы.
“Был урында юл базаһы ҡайтанан эшкәрткән технология ярҙамында нығытылған. Был ысул ярҙамында база күпкә нығый, тимәк, юл өҫтө динамик йөктәргә ҡаршы тороусанлыҡ арта, юлдың хеҙмәт итеү ваҡыты оҙайлы”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Стәрлетамаҡ юл ремонтлау һәм төҙөү идаралығының Ғафури районы буйынса участка менеджеры Зөфәр Хафизов.
Республиканың Транспорт министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе Марат Дәүләтшин билдәләүенсә, Архангел һәм Ғафури райондарындағы бәләкәй ауылдар халҡы өсөн Архангел - Красноусол юлы мөһим роль уйнай.
Был маршрут ҙур ауылдарға барырға мөмкинлек бирә. Юл Йылым йылғаһы буйында урынлашҡан йәйге ял итеү урындарына ла илтә.
Участкала эш графикка ярашлы бара. Юл ремонтын йыл аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.
"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының маҡсаты - тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөүҙе һәм яңыртыуҙы, йәмәғәт урындарын һәм ихаталарын төҙөкләндереүҙе, уға бәйле бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыуҙы һәм яңыртыуҙы, күсмә составты яңыртыу юлы менән өлгәшелгән уңайлы йәмәғәт транспорты маршруттарын арттырыуҙы үҙ эсенә ала.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2025 йылдан башлап тормошҡа ашырыла.