Милли проекттар
3 Октября , 21:30

Батырша-Ҡобау шишмәһен килеп күрегеҙ

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Добавить в предпочтительные источники Google
Батырша-Ҡобау шишмәһен килеп күрегеҙБатырша-Ҡобау шишмәһен килеп күрегеҙ
Батырша-Ҡобау шишмәһен килеп күрегеҙ

Бүздәк районының Батырша-Ҡобау ауылында шишмәне төҙөкләндерҙеләр. Был хаҡта Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр. Эштәр “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

- Битараф ҡалмаған кешеләр ғаиләләре менән шишмәгә киләсәк. Ошо көндө булдырырға ярҙам иткәндәргә рәхмәт. Ауылдарыбыҙҙа шишмәләр кипмәһен, - тине республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

Республикала барлығы туғыҙ шишмәне төҙөкләндереүҙе планлаштыралар. Был исемлектә Благовар, Балаҡатай, Бүздәк, Миәкә, Тәтешле Ҡалтасы һәм Бөрө райондарынан шишмәләр бар.

“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны халыҡ өсөн уңайлы итә. Эш бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ, фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ

Автор:Айһылыу Низамова