

Башҡортостанда Атайҙар аҙналығы барышында "Атай менән эшкә" акцияһы үтте. Ғаилә бәйләнештәрен нығытыуға һәм йолаларҙы яҡлауға йүнәлтелгән сара “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) бурыстарына тап килә, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Балалар аталары эшләгән офистарҙа, цехтарҙа, лабораторияларҙа һәм предприятиеларҙа булған. Уларҙың эш урындарын күргән, коллегалары менән танышҡан, атай-әсәйҙәренең көн һайын ниндәй бурыстар атҡарғанын белгән.
Күп кенә ата-әсә саҡырыуға риза булған һәм балалар өсөн экскурсиялар үткәргән. Балалар ҡарап ҡына ҡалмаған, үҙ ҡулдары менән нимәлер эшләргә лә тырышҡан: ябай механизм йыйып, документтар әҙерләп, ҡорамалдарҙы тикшереп ҡараған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Фото: /mintrud.bashkortostan.ru/
Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ, дуҫтар: https://max.ru/gazetabashkortostan