

22 октябрҙә Башҡортостандың экспортҡа йүнәлтелгән бизнес алып барған эшҡыуарҙарын яһалма зиһен менән эшләү үҙенсәлектәренә арналған вебинарҙа ҡатнашырға саҡыралар, тип хәбәр иттеләр республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан. Бындай сараларҙы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыу барышында ойошторалар.
Ҡатнашыусылар сит ил баҙарҙары буйынса ышаныслы аналитика алыу, һөйләшеүҙәргә әҙерләнгәндә нейроселтәргә ниндәй бурыстар йөкмәтергә мөмкинлеген, шулай уҡ технологияларҙы индереү күпме ваҡыт һәм ресурстар талап итеүен беләсәк. Спикерҙар – Рәсәй экспорт үҙәгенең экспорт сәйәсәте һәм анализы буйынса идара итеүсе директоры Михаил Снег һәм үҙәктең Эҙләнеү тикшеренеүҙәре һәм асыҡ аналитика буйынса йүнәлеш етәксеһе Георгий Семенов.
– Беҙҙең бурыс – эшҡыуарҙарға автоматлаштырыу ҡайҙа ресурстарҙы экономиялай, ә ҡайҙа кеше ҡатнашлығынан тыш етди хата яһарға мөмкин икәнлеген аныҡ күрһәтеү. Бындай сараларҙа ҡатнашыу бизнесҡа сит ил баҙарҙары менән аңлы рәүештә һәм системалыраҡ эшләргә ярҙам итә, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Сараға ҡушылыр өсөн һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк. Ҡатнашыусылар, трансляцияға ҡушыла алмаһалар ҙа, вебинар яҙмаһын һәм электрон почтаға файҙалы чек-лист ала.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ватан компанияларына ярҙам итеү системаһын булдырыуҙы, шулай уҡ дуҫтарса баҙарҙарға йүнәлеш биреү өсөн инструменттар индереүҙе күҙ уңында тота. Милли проекттың төп бурыстары иң һөҙөмтәле ғәмәлдәге механизмдарҙы оптималләштереү һәм импортлаусы илдәрҙә Рәсәй бизнесы талап иткән инфраструктураны булдырыу буйынса эште көсәйтеү. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.