Милли проекттар
22 Октябрь , 03:30

Мәктәп уҡыусыларына ярҙам итәләр

Кемдәргә оҙайлы көн төркөмө бушлай?

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәп уҡыусыларына ярҙам итәләрМәктәп уҡыусыларына ярҙам итәләр
Мәктәп уҡыусыларына ярҙам итәләр

Стәрлетамаҡта яңы уҡыу йылында мәктәп уҡыусыларын ҡарау саралары күпкә киңәйтелгән. “Ғаилә” милли проектына ярашлы (национальный проект “Семья”) ҡалала ата-әсәләргә балаларын тәрбиәләү һәм эшләү  буйынса  комплекслы система булдырылған. Был турала республиканың Мәғариф министрлығы хәбәр итә.

Бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡта  200-ҙән ашыу оҙайтылған көн төркөмдәре эшләй. Был сара уҡыуҙан тыш ваҡытта уҡыусыларға уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Ташламалы категорияға ҡараған һәм өҫтәмә социаль ярҙамға мохтаж булған балаларға оҙайтылған көн төркөмөнә йөрөү бушлай ойошторолған. Был проектты тормошҡа ашырыуҙың төп майҙансығы – 1-се полилингваль күп профилле гимназияһы. Унда уҡыусылар өсөн 14 төркөм булдырылған.

Стандарт төркөмдәрҙән тыш, ҡалала әүҙем рәүештә “Тулы көн мәктәбе” форматы индерелә. Ғәҙәти оҙайтылған көн төркөмөнән тыш был модель иртәнән кискә тиклем тулы белем биреү һәм тәрбиә мөхитен булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева