Новости
3 Август 2021, 11:15

Мәктәп торошо талаптарға яуап бирә

“Инцидент-менеджмент” системаһы төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

Мәктәп торошо талаптарға яуап бирәМәктәп торошо талаптарға яуап бирә
Мәктәп торошо талаптарға яуап бирә

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Туймазынан Елена Кадулинаның  мөрәжәғәтен теркәгән.

Ҡандры ауылы мәктәбенең торошона борсолоуын белдерә ул.

“Айҙар Рифғәт улы, Ҡандры ауылының 1-се мәктәбендә булғанығыҙ бармы? Ремонт өсөн бүленгән аҡса тотонолоп бөткән, ә ҡыйыҡтан һыу нисек аҡты, шул килеш ағыуын дауам итә. Зинһар ярҙам итегеҙ”, - тип мөрәжәғәт итә ул муниципаль район хакимиәте башлығына.

“Хәйерле көн, Елена Кадулина. Туймазы районы мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ольга Чернова хәбәр итеүенсә, яңы уҡыу йылына әҙерлек сиктәрендә быйыл Ҡандры ауылының 1-се мәктәбе ҡыйығы һәм бина фасады өлөшләтә ремонтланған, кабинеттарҙа, коридорҙа, бәҙрәфтәрҙә лә косметик ремонт уҙғарылған. Мәктәптең торошо Роспотребнадзор талаптарына яуап бирә”, - тип яҙа уға Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов.

Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

Фото: "Инцидент-менеджмент".

Автор:Римма Султанова
Читайте нас