Новости
3 Августа 2021, 10:30

"Минең бизнес" үҙәктәре һәр ҡалала асыласаҡ

Эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр ярҙамһыҙ ҡалмай 

"Минең бизнес" үҙәктәре һәр ҡалала асыласаҡ"Минең бизнес" үҙәктәре һәр ҡалала асыласаҡ
"Минең бизнес" үҙәктәре һәр ҡалала асыласаҡ

Кисә, 2 августа Премьер-министр Андрей Назаров сираттағы Хөкүмәт ултырышын үткәрҙе. Унда “Минең бизнес” үҙәге тормошҡа ашырған сараларҙы финанс яҡтан тәьмин итеү өсөн субсидия биреү тәртибе раҫланды.

– 2021 йылда беҙҙең республика Волга буйы федераль округында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн федераль аҡсалар йәлеп итеү буйынса беренсе урын яуланы, – тине Андрей Назаров. – Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн кәрәкле инфраструктура булдырылған: Төбәк гарантия ойошмаһы, Башҡортостан микрокредит ойошмаһы, Төбәк лизинг компанияһы, Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге, Ауыл хужалығы консультациялары үҙәге һәм башҡа ойошмалар. Айырым урынды “Минең бизнес” үҙәге ала. 2024 йылға тиклем беҙ бындай үҙәктәрҙе республиканың бөтә ҡалаларында ла асырға планлаштырабыҙ, ә бәләкәй эшҡыуарлыҡта мәшғүлдәр һаны 537 мең кешегә тиклем артырға тейеш.

Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов белдереүенсә, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты сиктәрендә субсидиялау өсөн өс йүнәлеш билдәләнгән: “Предакселерация (еңел старт), “Акселерация” һәм “Үҙмәшғүлдәр”.

– Беҙҙең республикала “Минең бизнес” үҙәге 2019 йылдың майында эшләй башлағайны, – тине Нияз Фазылов. – Бөгөн офистары Өфө, Күмертау, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский ҡалаларында асылған. Республикала булған дөйөм эшҡыуарҙарҙың 58 проценты унда инә.

Үҙәк майҙансығында “Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәге”, “Социаль өлкәлә инновациялар үҙәге”, “Халыҡ кәсептәре үҙәге”, “Төбәк инжиниринг үҙәге”, “Йәштәрҙең инновациялы үҙәге” һәм коворконг-үҙәк бар. Уларҙа 150 төр дәүләт ярҙамы саралары буйынса хеҙмәттәр күрһәтелә. 2021 йылдың тәүге ярты йыллығы буйынса 3,5 мең хеҙмәт күрһәтелгән. Быйыл “Минең бизнес” үҙәге аша эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр өсөн ярҙам булараҡ 130,4 миллион һум аҡса ҡаралған. Был эшҡыуарҙарҙы теркәү, тауарҙарын сертификациялау, электрон сауҙа майҙансыҡтарында урынлаштырыу, эшлекле саралар, конференциялар, форумдар үткәреү, етештереү һәм инновация консалтингы күрһәтеү, белем биреү саралары, треннингтар, семинарҙар һәм башҡа саралар үткәреү өсөн йүнәлтелә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52248

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас