Новости
3 Август 2021, 15:00

Һөҙөмтәләрен яҡшыртырға ниәтләй

Ике бер туған ҙур яуаплылыҡ тоя, сөнки Рәсәй йыйылма командаһы составына эләккән осраҡта, улар үҙ илебеҙҙә үтәсәк донъя чемпионатында ҡатнашасаҡтар.

Һөҙөмтәләрен яҡшыртырға ниәтләйҺөҙөмтәләрен яҡшыртырға ниәтләй
Һөҙөмтәләрен яҡшыртырға ниәтләй

Аделина апаһы менән бергә Карина Мырҙабаева ла юниорҙар араһында грэпплинг һәм грэпплинг-ги спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында ҡатнашыу өсөн һайлап алыуҙа ҡатнаша.

 

2019 йылда Баҡыла кадеттар араһында уҙғарылған донъя чемпионатында Карина ике призлы урын яулай. Шуға күрә, чемпионатта ҡатнашыу мөмкинлеге ҙур. Ул шулай уҡ бер-нисә тапҡыр Волга буйы федераль округы беренселектәрендә лә алдынғы булып таныла.

 

- Баҡыла мин бронза миҙал яулағайным, быйыл һөҙөмтәләремде яҡшыртырға иҫәп тотам. Ярышҡа етдирәк әҙерләнәм, - ти Карина.

 

Ике бер туған ҙур яуаплылыҡ тоя, сөнки Рәсәй йыйылма командаһы составына эләккән осраҡта, улар үҙ илебеҙҙә үтәсәк донъя чемпионатында ҡатнашасаҡ. Яңы үрҙәр яулауға спортсыны сериалдар һәм фильмдар дәртләндерә. Каринаның яратҡан сериалы - “Молодежка”, ә яратҡан фильмы «Быстрее, выше, сильнее».

 

Мөһим старт алдынан Карина дөрөҫ туҡланырға тырыша.

 

“Зыянлы һаналған аҙыҡты ҡулланмайым. Иртән ҡарабойҙай һәм йомортҡа ашайым, аҙыҡ-түлектең калорияһын һанайым. Психологик торош та бик мөһим, шуға күрә күнекмәләрҙән һуң, ял итеп йөрөп киләм, аудиокитаптар тыңлайым”, - ти ул.

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас