Новости
3 Август 2021, 13:00

Ташландыҡ баҡсалар булмаһын өсөн

Дөйөм алғанда, республика буйынса баҡса участкаларының 15 проценты – ташландыҡ.

Ташландыҡ баҡсалар булмаһын өсөнТашландыҡ баҡсалар булмаһын өсөн
Ташландыҡ баҡсалар булмаһын өсөн

“Баҡсасыларҙың коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәрендәге икенсе төп проблема – ташландыҡ участкалар. Ә беренсе электән килгән проблема – электр менән тәьмин итеү, – ти Рәсәй баҡсасылары союзының Башҡортостандағы рәйесе Ринат Миһранов. – Баҡсалар менән мин үҙем теләп шөғөлләнәм, ошоноң менән йәшәйем. Уртаса 4-6 алты кеше килә, 14-15 шылтыратыу ҡабул итәм. Мөрәжәғәттәр тематикаһы төрлө: дөйөм инфраструктуранан файҙаланыу, баҡса участкаларын һыу, юл, электр менән тәьмин итеү. Былар иң мөһимдәре. Икенсе урында – ер, хужаһыҙ участкалар проблемаһы, участкаларҙың кадастр иҫәбе”.

 

Уның белдереүенсә, бер генә хужаһыҙ участка булмаған ширҡәттәр ҙә бар. Шул уҡ ваҡытта ундайҙар күп булғандары ла етәрлек. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ яғына 45-се километрҙа урынлашҡан “Туғай” баҡсасылар ширҡәте. Бындағы участкаларҙың күпселеге ташландыҡ. Дөйөм алғанда, республика буйынса баҡса участкаларының 15 проценты – ташландыҡ.

 

Ринат Миһранов белдереүенсә, йыл һайын бер нисә тиҫтә баҡсасылар ширҡәте ябыла, сөнки уның өсөн яуаплылыҡ алырға теләгән етәкселәр табылмай. Ташландыҡ участкалар һанын кәметеүгә баҡсасылар ширҡәте рәйесе йоғонто яһай алыр ине.

 

“Баҡсасыларҙың коммерцияға ҡарамаған ширҡәте – үҙаллы субъект. Үҙ уставы һәм хәстәрҙәре булған йәмғиәт. Ә рәйес – мөһим кеше. Күп нәмә уның тырышлығынан тора. Рәйес һәйбәт икән, ширҡәт тә сәскә атасаҡ, ул бөтәһенән дә ағзалыҡ иғәнәләрен йыя”, – ти Ринат Миһранов.

 

Дәүләт Думаһының етенсе саҡырылыш депутаты Зариф Байғусҡаров ташландыҡ баҡсалар проблемаһын хәл итеү юлдары тураһында фекерен әйтте.

 

“Әгәр ерҙе межалау үткәреп уны ширҡәттеке тип теркәһәләр, уларға судҡа биреп, участканың хужаһыҙ икәнлеген танытырға һәм ерҙе ширҡәт милкенә күсертергә кәрәк. Ә ер ширҡәткә теркәлмәһә, ошо уҡ мәсьәлә буйынса судҡа муниципалитет йәки Ер мөнәсәбәттәре министрлығы мөрәжәғт итә. Күп кенә ширҡәттәр рәйестәре участка хужаһы ағзалыҡ иғәнәһен түләргә тейешме тип һорай. Эйе, тейештәр. Әгәр баш тартһалар уларҙы судҡа биреп түләтергә кәрәк, сөнки баҡсасылар ширҡәттәре ағзалар иғәнәһе иҫәбенә йәшәй”, – ти ул.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башҡортостанда граждандарҙың үҙ кәрәктәре өсөн баҡсасылыҡ алып барыуы” тураһындағы Закон былтыр ҡабул ителгәйне. Ә федераль кимәлдәге ошондай закон 2017 йылда ҡабул ителгән, тик көсөнә 2019 йылдың 1 ғинуарынан ғына инде.

 

Фото: Яндекс.Дзен

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас