

Кешеләрҙең көндәлек проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән “Инцидент-менеджмент” системаһы бер һорауҙы ла яуапһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыша. Был юлы унда килгән һорау мәктәп ремонтына бәйле. Октябрьский ҡалаһында йәшәгән Алена Елхова белдереүенсә, ҡаланың 12-се мәктәбенә иғтибар кәрәк.
“Был мәктәптә ҡуйылған спорт мөйөшө совет осоронан ҡалған. Балалар өсөн йөрөргә юлдар юҡҡа сыҡҡан тиерлек, кәртәләренә лә иғтибар итегеҙ. Мин был мәктәптә 1989-1991 йылдарҙа, 1-ҙән 3 класҡа тиклем уҡыным. Әле һаман бер нимә лә үҙгәрмәгән”, – тип яҙҙы ул.
Октябрьский ҡалаһы хакимиәте вәкиле был мөрәжәғәткә былай тип яуап бирҙе: “12-се мәктәптең спорт майҙансығында капиталь ремонт планлаштырыла. Бында өҫтәмә яҡтылыҡ менән хоккей майҙансығы, һикереү өсөн соҡор, стритбол һәм тренажерҙар өсөн майҙандар булдырыу һәм кәртәләү буласаҡ. Бюджет тулыланған осраҡта, эштәр ағымдағы йылда башҡарыласаҡ. Шулай уҡ төҙөлөш тамамланғас – Клинов урамы менән 35 һәм 38-се биҫтәләр араһында уңайлы йәшел сквер булдырырға һәм унда ял зонаһы яһарға йыйынабыҙ”.
Һәм бына кисә генә һәйбәт яңылыҡ билдәле булды. Мәктәптең спорт майҙансығында капиталь ремонт тамамланған! Тимәк, балалар яңы уҡыу йылын яңыртылған майҙансыҡта ҡаршы аласаҡ.
Билдәле булыуынса, "Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек проблемаларын асыҡлап, уларҙы хәл итеүҙә ярҙамлаша. Борсоған һорауҙарығыҙ булһа, "Инцидент-менеджмент" системаһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Фото: социаль селтәрҙәр.