

2021 йылда “Заманса мәктәп” федераль проектының “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Нуриман районының Красный Ключ, Иҫке һәм Яңы Күл ауылдарында “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре урынлашасаҡ кабинеттарҙа төҙөкләндереү эштәре башланды, тип хәбәр итәләр Нуриман районы хакимиәтенән.
Был кабинеттарҙы булдырыу өсөн яңы йыһаздар килгән: химия, биология, физика фәндәре буйынса лаборатор эштәр атҡарыу өсөн һанлы күсмә лабораториялар ебәрелгән. Быға тиклем мәктәптәргә сканер, принтер эшләү өсөн функциялы йыһаздар ҡайтарылған ине.
“Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы асыла. Дөйөм белем биреү учреждениеларында тәбиғи-техник, гуманитар һәм һанлы технологиялар йүнәлешендәге “Үҫеш нөктәһе” мәктәптәрҙә техник фәндәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу, дәрестәрҙе йәнлерәк итеү маҡсатында эшләй.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Источник: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)