

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә, баш ҡаланың Киров районында урынлашҡан Аэропорт ҡасабаһында ФАП төҙөлә. Яңы медицина учреждениеһы 1-се һәм 2-се балалар поликлиникалары филиалы булып иҫәпләнәсәк.
Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта төҙөлөш майҙанында эш әүҙем темптар менән бара: бинаның металл каркасы ҡоролған, һыу үткәргестәр, канализация селтәрҙәре үткәрелгән, ошо көндәрҙә тәҙрәләр, стеналар, ҡыйыҡ монтажланасаҡ һәм эске биҙәү эштәре башланасаҡ. 20 августан һуң бинаның тирә яғын төҙөкләндереү күҙаллана.
ФАП-тың төп төҙөлөш инвесторы булып “Өфө халыҡ-ара аэропорты” йәмғиәте һанала. Ҡала хакимиәте менән компания араһында майҙаны 177 квадрат метр тәшкил иткән ер участкаһын 10 йылға ҡуртымға биреү тураһында килешеү төҙөлгән.
Медицина учреждениеһы БР Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса төҙөлә.
Фото: ҡала хакимиәтенән.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан