Новости
4 Август 2021, 15:00

Етештереү күләме ике тапҡырға артҡан

Иҫке ҡорамалдарҙа заказ ике аҙна эсендә тегелһә, хәҙер биш көн эсендә әҙер була.

Етештереү күләме ике тапҡырға артҡанЕтештереү күләме ике тапҡырға артҡан
Етештереү күләме ике тапҡырға артҡан

Өфөнөң Three Fives бренды аҫтында спорт кейемдәре тегеү предприятиеһында, еңел сәнәғәт өлкәһенә дәүләт ярҙамы күрһәтеү саралары ярашлы, етештереү күләме ике тапҡырға артҡан.

Был уҙған йылда 550 мең һумлыҡ төбәк субсидияһы алыу иҫәбенә тормошҡа ашырылған.

Предприятиела яңы ҡорамалдар – киң форматлы плоттер һәм каландр термопресы һатып алғандар.

“Еңел сәнәғәт предприятиеларын субсидиялау юлы менән беҙ предприятиеларҙың үҫешенә булышлыҡ итәбеҙ. Ағымдағы йылда сеймал һәм етештереү материалдарын һатып алыу өсөн киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға 100 миллион һум аҡса йүнәлтелде.

Әле ҡорамалдар һәм программалар менән тәьмин иткән өсөн сығымдарҙы өлөшләтә субсидиялауға 31 августҡа тиклем документтар ҡабул ителә”, - тип бәйән итте республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Яңы ҡорамалдар, етештереү ҡалдыҡтарын минималләштереү иҫәбенә, ҡулланған сеймал һанын кәметеү мөмкинлеге барлыҡҡа килгән. Ә был үҙ сиратында әҙер тауарҙың үҙҡиммәтен төшөргән, спорт кейемдәре етештереү өлкәһендә көнәркәшлеккә бирешмәүҙе тәьмин иткән. Шулай уҡ етештереү тиҙлеге һәм күләме лә артҡан. Иҫке ҡорамалдарҙа бер команда өсөн заказ ике аҙна эсендә тегелһә, хәҙер биш көн эсендә әҙер була.

Әҙер продукция Рәсәй биләмәһендә һатыуға сығарыла.

Сауҙа итеү географияһын киңәйтеү маҡсатында, әле СТ1 сертификатын рәсмиләштереү процесы бара -  был тауарҙы таможня пошлинаһынан һәм һалымдан азат итәсәк, шулай уҡ ул етештерелгән илде билдәләйәсәк.

 

Фото рәсми сығанаҡтан.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас